Бөгөн профсоюз хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы иң эре һәм ҡеүәтле ойошма булып ҡала. Беҙҙең ижади төркөм Баймаҡ ҡалаһындағы профсоюз ячейкаһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты,
Фәнүзә Байғотлина 20 йыл элек Баймаҡ лицей -интернатында тәрбиәсе булып эш башлаған. Үҙен эшенә яуаплы ҡараған, тырыш, ярҙамсыл хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Коллектив менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба. 2013 йылда бер тауыштан профком ойошмаһы рәйесе тип тәғәйенләнә. Бына инде 10 йыл ул хеҙмәттәштәренең ялын иҫтәлекле итеп үткәреү, хеҙмәт ветерандарын байрамдарҙа тәбрикләү, ҡыҫҡаһы, коллективы өсөн ҡулынан килгәнен эшләй.
Баймаҡ лицей -интернатында профсоюз эше тәртипкә һалынған. Коллективтың 80 проценты был ойошма ағзаһы булып тороуы ла уларҙың тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй. Ике айға бер комитет ултырыштары үтә, унда алдағы көндәргә пландар билдәләнә, ҡарарҙар ҡабул ителә.
Хәҙер күп ойошмаларҙа профсоюздар тарҡала, әммә уңышлы эшләгәндәре лә етерлек. Хеҙмәт кешеһенең лайыҡлы эш һәм социаль-көнкүреш шарттарын булдырыу, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү - тап профсоюз хеҙмәткәрҙәре иңенә төшә.
Раушания Рәхимова