Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы төҙөкләндерелә

Былтыр Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында йәшәүселәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға сыҡҡайны. «Ҙур ауыл» номинацияһына ярашлы, биләмәгә 3 миллион ярым һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Был суммаға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл яңыртылған, өс күпер төҙөкләндерелгән. Әле мәҙәниәт йорто биләмәһе ҡойма менән уратыла. Еңеү паркында ла эштәр дауам итә, балалар уйын майҙансығын да үҙгәртеп ҡороу ҡаралған. Әйткәндәй, конкурста еңгән аҡсаға урындағы халыҡ теләге буйынса тәүгеләрҙән булып ауылға ингән урында «Мин Әбүбәкерҙе яратам» яҙыуы менән стела урынлаштарылғайны. Композицияла райондың гербы ла төшөрөлгән.