Шаран районы үҙәгенең «Төньяҡ» биҫтәһе мәсетле булды

2017 йылда нигеҙ һалынған иман йорто урындағы халыҡты тәүге йома намаҙына йыйҙы. Изге ғәмәл төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Намаҙ алдынан аҙан әйтеү хоҡуғы бөгөн Рәмил Мортазинға бирелде. Баласаҡтан иман менән үҫкән замандышыбыҙ яңы мәсет асылыуын күптән көткән. Ул ғаиләһе өсөн дә һөйөнөслө ваҡиға. Быға тиклем дини сараларға, йома вәғәздәренә Шаран ауылы үҙәгенә йөрөргә тура килһә, яңыһы йәшәгән йортҡа яҡын урынлашҡан.

Аҙан әйтелгәс тә, тәүге йома намаҙы уҡылды. Ул Шаран районы үҙәгендә асылған яңы мәсеттең тарихи яңылығы. Әйткәндәй, бинаға нигеҙ ташы 2017 йылда һалына. «Сәкинә» исеме иман йортон асыу башланғысы менән сыҡҡан Илдар Әхмәтовтың әсәһе хөрмәтенә бирелә.

Мәсет тап ошо маҡсатта асылды ла инде. Шаран районы үҙәгенең «Төньяҡ» биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн генә түгел, ул юлсыларға ла изге ғәмәл башҡарыр өсөн ҡулай. Алдағы көндәрҙә балаларға лә Ислам нескәлектәрен төшөндөрөү сараларын үтеүе көтөлә. Башланғысҡа нигеҙ ҙә һалынды. Атаһына эйәреп килгән Мөхәммәт Мортазин да йома намаҙын уҡып, изге теләктәрен еткерҙе.

Азат Ғәлиуллин