Баш ҡалала Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Бәйге уның исемен йөрөткән Балалар сәнғәт мәктәбендә үтте. Ижади конкурстың өс номинацияһында 50-гә яҡын ҡатнашыусы көс һынашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

«12 йәшкә тиклемгеләр» номинацияһы еңеүсеһе - Данияр Мөхәмәтдинов. Ул Буранбай, Саптар юрға, Сәлимәкәйҙе башҡарып баһалама комиссия ағзаларын әсир итте. Беренсе урын яулау сере менән дә бүлеште.

Ҡурайсыларҙың Әҙеһәм Исҡужин исемендәге асыҡ ҡала бәйгеһе быйыл 7-се тапҡыр уҙғарыла, һуңғы ике конкурсы Балалар сәнғәт мәктәбенең яңы бинаһында үтә. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны ла арта. Гран-приҙы Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Рифат Исҡужин яуланы. Экскаватор машинисы булып эшләүсе егет конкурста тәүгә ҡатнашмай. Һөнәре сәнғәт менән бөтөнләй бәйле түгел.

Ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүселәр йылдағыса өс номинацияла билдәләнә. Быйыл конкурста ҡатнашыусылар һаны яҡынса 50-гә еткән. Һәр номинацияла урындар алыусы һәм гран-при яулаусы музыка ҡоралдары магазинына аҡсалата сертификат менән бүләкләнде

Ҡурайсылар конкурсы - һәләтлеләр ярышы ғына түгел, ә оҫталыҡты арттырыу мәктәбе лә. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар ҙа етди әҙерлек менән килә, ти жюри ағзалары.

Әлфинә Килдейәрова