Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмә-форумы эшен дауам итә

Мәскәүҙең ВДНХ халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә «Рәсәй» күргәҙмә-форумы эшен дауам итә. Күргәҙмә киләһе йылдың 12 апреленә тиклем эшләй. Унда илдең 89 төбәге экспозицияларын тәҡдим итә. Башҡортостандың экспозицияһы «Күсмә халыҡтан пилотһыҙ аппараттарға тиклем» тип атала. Башҡортостан стенды менән «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәре советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла яҡындан танышты. Ул экспозицияла йыһанға оҙатылған башҡорт балын да тәмләп ҡараны.

Экспозицияла Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарын күрергә мөмкин. Ҡасандыр республика ҡара алтын, нефть эшкәртеү үҙәге һәм ауыл хужалығы төбәге булараҡ танылыу алһа, әле иғтибар башҡа йүнәлештәргә лә бирелгән. Башҡортостан авиация двигателдәре, дрондар һәм вертолеттар эшләү үҙәге лә. Ғилми тикшеренеүҙәр шулай уҡ республиканың айрылғыһыҙ өлөшө.