Коммуналь техника ҡышҡылыҡҡа әҙер. Һалҡын миҙгелдәр башланыр алдынан Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартасаҡ техника барланды. Яуаплы хеҙмәттәр трактор , грейдер, йөк автомобилдәренең төҙөклөгөн тикшерҙе.
Ҡыш айҙары коммуналь хужалыҡ өсөн ҙур һынау. Иҫкерә барған техника паркына айырыуса ауырға тура килә. Шуға күрә баш ҡала етәкселеге махсус техниканы йыл да яңыртырға тырыша. Өфөнөң Орджоникидзе районының коммуналь -хужалыҡ идаралығы ла быйыл ике Амкадор тракторы һатып алған. Рәсәйҙә йыйылған Белорус тракторҙары һыналған техника һәм ҡала эсендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән.
Комиссия ағзалары коммуналь техниканың төҙөклөгөн тикшерә. Сөнки ватылып ултырған бер генә трактор тотош ҡала эсендәге эште туҡтатыуы ихтимал. Бынан тыш водителдәрҙең эш урыны, хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар бирелә.