Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назров һәм Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышев менән осрашыуҙа Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығын артабан үҫтереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды. Кампус нигеҙендә “Һанлы етештереү” тип аталған яһалма интеллекты тикшереү үҙәген асырға тәҡдим ителде. Бының өсөн 600 миллион һумлыҡ федераль грантҡа заявка әҙерләнә. Студент ҡаласығының IQ-паркы йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. “Университет 3.0” концепцияһына ярашлы бында фәнни лабораториялар, йәштәр инновацион ижад үҙәге, бизнес майҙансыҡтар була.