Белорет ҡалаһынан Урал пружина заводы Костанайҙа етештереүҙе киңәйтә. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры–Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Ҡаҙағстанда төҙөлөш майҙансығында булды. Ҡаҙағстандағы заводта Төркиә һәм Евразия иҡтисади берлеге илдәре өсөн тимер юл вагондарына алмаш өлөштәр сығарыла. Төҙөлөш өсөн 500 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Башҡортостан делегацияһы Костанайҙа Рәсәй – Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Киләһе йылда мәртәбәле сара Өфөлә үткәрелә.