"Өфө" футболсылары быйылғы һуңғы уйынында еңеү яуланы

Рәсәй беренселегенең икенсе лигаһында көҙгө этап тамамланды. "Өфө" Ростов өлкәһенән "Чайка" менән осрашты һәм 2-1 иҫәбенә еңде. Башҡортостан командаһы икенсе урын алды, чемпионаттың яҙғы этабында Беренсе лигаға сығыу  өсөн көрәште  дауам итәсәк.