Радий Хәбиров колледждарҙа бюджет урындарын арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү учреждениеларында предприятиелар ихтыяжына ҡарап бюджет урындарын арттырыу кәрәклеген белдерҙе. Импортҡа алмаш, сәнәғәттә модернизациялау барған осорҙа кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Был әлбиттә, производство үҫешен тотҡарлай.

Аҙналыҡ оперативкала сығыш яһап Ишембайҙың «Инман» предприятиеһы етәксеһе был мәсьәләнең айырыуса киҫкен тороуын белдерҙе. Кран-манипуляторҙар етештереүсе завод производствоны киңәйтеү йәһәтенән ҙур инвестициялар йәлеп итә. Әммә кадрҙар, һөнәр оҫталарының етешмәүе эште тотҡарлай.

Республика башлығы был мәсьәләнең төрлө тармаҡ предприятиелары өсөн дә көнүҙәклеген билдәләне. Хеҙмәт шарттары яҡшы, эш хаҡы ярайһы уҡ юғары булыуға ҡарамаҫтан, һөнәрселәр етешмәй. Радий Хәбиров машиналар, станоктар эшләү, сәнәғәт өлкәһенә белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу мөмкинлеген барларға ҡушты.