Башҡортостандан йөҙөнсө гуманитар конвой тәғәйен урынға барып етте

Башҡортостандан йөҙөнсө гуманитар конвой Донбасҡа тәғәйен урынға барып етте. Юбилейлы ылауҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оҙатып барҙы.

Йөҙөнсе гумконвой йөгө составында 28 берәмек автомобиль, 17 уаз, 8 нива, бронялы автомобиль, мобиль мунсалар, иретеп-йәбештереү аппараттары, маскировка селтәрҙәре, йоҡо тоҡсайҙары, тимер мейестәр, мобиль газ плитәләре, окоп шәмдәре, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, хәрбиҙәрҙең туғандарынан посылкалар алып барып еткерелде. Хәүефле постарҙан яугирҙар гуманитар ярҙамды үҙҙәре сығып ала. Йөктө бушатыуға ла һанаулы ғына ваҡыт бүленә.

Башҡортостан полкы яугирҙәренә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙалдар һәм Башҡортостан башлығынан исемле бысаҡтар тапшырылды. Контрактсылар араһында төрлө быуын хәрбиҙәре. Әлшәйҙән «Танкист» ҡушаматлы яугир ейән- ейәнсәрҙәренә сәләм әйтә.