Өфөлә билдәле актер Олег Хановтың тормошона һәм ижадына арналған китаптың исем туйы уҙҙы. Режиссер һәм педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, дәүләт һәм халыҡ-ара премиялар лауреаты ҡаҙаныштарын яҡтыртҡан китап авторы - Айһылыу Сәғитова.
Баҫмаға Олег Хановтың бала сағы һәм йәшлек йылдары, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрындағы эшмәкәрлеге, актерҙың көндәлектәренән өҙөктәр ингән. Китаптың исем туйы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 55 йыллығы сиктәрендә уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Олег Ханов - уҡыу йорто театр факултетының тәүге сығарылыш вәкиле.