Өфөлә Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының гастролдәре башлана

Иртәгә Өфөлә Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрының гастролдәре башлана. Стәрлетамаҡтар Өфө тамашасыһына Мөнир Ҡунафиндың «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһын тәҡдим итә.

Тамаша Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында киске сәғәт 7-лә башлана. Спектакль 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, ике тапҡыр яраланып ҡайтҡан Ҡорос-Керчь ҡушаматлы ат тураһында. 1947 йылда маршал Семен Буденныйҙың ҡушыуы буйынса тыуған ауылына ҡайтарыла. Ҡорос 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер аты була. Тыныс ваҡытта колхозда тир түккән. 23 йәшендә вафат була. Илсеғол ауылында хәрби ат хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.