Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса медицина учреждениеларын яңыртыу өсөн 8 млрд һум аҡса бүленде. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин табиптар менән осрашып яңыртыу талап ителгән участкаларҙы иғтибарға алды. Модернизация программаһына ярашлы, поликлиникаларҙа капиталь ремонт үткәреү һәм яңы ҡоролмалар һатып алыу күҙаллана. Өфө поликлиникаларын тәртипкә килтереү программаһы 2029 йылға тиклем дауам итә.