Учалы, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарында 3 газ үткәргес төҙөлөшө тамамлана

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Трассаның оҙонлоғо 100 километр самаһы. 2 меңдән ашыу йорт һәм 30-ға яҡын социаль объект зәңгәр яғыулыҡҡа тоташа. Эштәр Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһы буйынса башҡарыла. “26 мең ғаилә, социаль учреждениелар, сәнәғәт предприятиелары һәм туризм объекттары газ менән файҙалана ала. "Бөрйән турист кластеры һәм уның төп өлөшө - "Шүлгәнташ" музей комплексы ла ошо яғыулыҡҡа күсә”, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.