Яңыртылған белем усағы. Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында мәктәп 1986 йылда төҙөлгән. Мәктәп белем биреү системаһын модернизациялау программаһы сиктәрендә мәғариф учреждениеһына 32 миллион һумлыҡ капиталь ремонт үткәрелгән. Түбә түшәлгән, тәҙрә, ишектәр, иҙән алмаштырылған.
Мәктәп ашханаһына яңы блокка күсерелгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Электр, һыу селтәрҙәре алмаштырылған. Мәктәптең матди--техник базаһы ла нығытылған. Уҡыу әсбәптары, компьютерҙар, мебель һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн йыһаздар алынған. Балалар тырышып уҡыһын, спортта ҙур еңеүҙәр яулаһын өсөн белем усағында бөтә шарттар ҙа булдырылған.