Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы, урындағы хакимиәт менән берлектә күсмә комплекслы сара ойошторҙо. Осрашыу арҙаҡлы ғалим, тарихсы, археолог Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.
Шәхестең исемен йөрөткән Башҡорт гимназияһында мәктәп уҡыусылары өсөн лекторий, «Сатраш» шашка буйынса интеллектуаль уйын уҙғарылды. Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышында Фән һәм мәғрифәт йылында тормошҡа ашырылған һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк проекттар һәм саралар ҡаралды.