Театрҙың 90 йыллығы уңайынан ойошторолған ижади сәфәр 29 ноябрҙән 2 декабргә тиклем дауам итер, тип көтөлә. Татар артистары баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына 4 спектакль - 3 комедия һәм 1 мистик драма тәҡдим итмәксе. Күршеләр Башҡортостанға өр-яңы һәм аншлаг менән ҡабул ителгән тамашаларын алып килә. Һуңғы тапҡыр Кәрим Тинчурин исемендәге театр артистары Өфөлә 2019 йылда сығыш яһаған. Гастролдәр пандемия сәбәпле кисектерелгән. Спектаклдәр афишаһы менән «Нур» Өфө татар дәүләт театры сайтында танышырға мөмкин.