Республикала 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

1 ғинуарҙа ул 13 мең 753 һум кимәлендә билдәләнде. Хеҙмәт йәшендәге халыҡ ҡатламы өсөн ул 14 мең 991, хаҡлы ялдағыларға 12 мең 530, балаларға 13 мең 340 һум булараҡ ҡабул ителде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәшәү минимумы аҙ тәьмин ителгән ҡатламдың йәшәү кимәлен билдәләү өсөн ҡулланыла. Был күрһәткестән сығып дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләнә.