Балтас районында Көнтүгеш ауылы тирәһендә, урманда ер ишелеү һөҙөмтәһендә ҙур соҡор барлыҡҡа килгән. Упҡындың диаметры яҡынса утыҙ метр. Тәрәнлеге 20-30 метрға етә. Ошо урындан бер нисә метр алыҫлыҡта элегерәк ер ишелгән урын да бар. Соҡор ҡоро. Уның киҫелешендә ике-өс метр ҡыҙыл балсыҡ ҡатламын аҡ балсыҡ алмаштыра. Ун биш метр түбәнерәк-дымлы ҡатлам башлана. Яңы упҡын иҫке йырын менән тоташыуы ихтимал, тип фаразлай урындағы халыҡ.