«Өфө дуҫтары» белемгә ынтыла. Башҡаланың 350 уҡыусыһы ирекле лидерҙар мәктәбенең белем биреү программаһында ҡатнашты.
Был проект йәштәрҙе, «Беренселәр хәрәкәте» активистарын ирекмәнлектең ете төп йүнәлеше буйынса үҫтереүгә арналған. Экология, медицина, патриотизм, ирекмәнлек эше буйынса уҡытыу йәш быуында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Спикерҙар сифатында ирекмәнлек өлкәһе эксперттары, республиканың йәштәр ойошмалары, волонтерҙар сығыш яһаны. Программа һуңында проектта ҡатнашыусыларҙың баш ҡаланың уңышлы ирекмәндәре менән йомғаҡлау осрашыуы үтте. Сара әңгәмә формаһында барҙы. Спикерҙар мәктәп уҡыусыларына 14 йәштән үҙҙәренең эшмәкәрлеге, ирекмәнлек мөмкинлектәре тураһында һөйләне һәм киләсәккә файҙалы кәңәштәр бирҙе. Бынан тыш, башҡарылған эшкә йомғаҡ яһалды, проект дауамында уҡыусылар менән эшләгән кураторҙарға рәхмәт хаттары тапшырылды.