Георгий Иващенко исемендәге музейҙың 55 йыллығына арналған сара үтте

Чернухино ауылының Георгий Иващенко исемендәге Тыуған яҡты өйрәнеү халыҡ музейына 55 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.

Музейҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына арналған экспозиция бар. 1943 йылдың февралендә Ворошиловград, хәҙерге Луганск ҡалаһын азат итеү бурысын үтәгәндә дивизия Чернухино ауыл биләмәһендә 7 көн була. Урындағы халыҡ яралыларҙы дауалай, яуҙа һәләк булғандарҙы туғандар ҡәберлегендә ерләй. Ауылда Шайморатов, Атлы дивизия, Кавалеристар урамдары ла бар. Музейҙа 112-се башҡорт атлы дивизияһына ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәр ҡәҙерләп һаҡлана. Юбилей уңайынан музейға Башҡортостандан китаптар бүләк ителде.

Беҙҙең музей асылғандан алып, 55 йыл рәттән Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бында йыйылған материалдар ике яҡтың тырышлығы һөҙөмтәһе. Йыл һайын беҙгә легендар Шайморатовсыларҙың вариҫтары килә. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелгәс, беҙ ныҡ шатландыҡ, гүйә, ҡанаттарыбыҙ үҫеп сыҡты. Беҙ артабан да республика менән хеҙмәттәшлек итергә, бергә эшләргә теләйбеҙ.

Наталья Афонина, Г. Иващенко исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү халыҡ музейы мөдире