Башҡортостанға 15 илдән 400 -гә яҡын вәкил килеүе көтөлә. Быйыл форум темаһы- «Иртәгәнән һуң». Йәки эшҡыуарҙар, иҡтисадсылар иртәгәнән һуң беҙҙе нимә көтә, ул ниндәй буласаҡ, иҡтисадта, бизнеста ниндәй йүнәлештә үҫеү кәрәклеген билдәләргә, күҙалларға йыйына. Санкциялар шарттарында нисек эш итергә, экспортта ниндәй алымдар ҡулланырға һәм булғандарынан нисек килем алырға. Халыҡ-ара бәйләнештәрҙәге отошло йүнәлештәр ҡараласаҡ, был өлкәлә лайыҡлы эшләүселәр бүләкләнәсәк.