Үзбәкстанда 30 йылдан ашыу башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләп килә

Бөгөн тарихи ватанынан алыҫта йәшәгән милләттәштәребеҙ ниндәй уйҙар менән, нисек көн итә? Киләһе репортаж ошо хаҡта.

Байназаров. Мин бында тыуып-үҫтем. Минең өләсәйем Башҡортостандан килгән, Миәкә районы Кәркәле ауылынан. Инәйем дә, атайым да бында тыуғандар.

Ғабдулла Байназаров, Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге советы ағзаһы

Сит төбәктә тыуып, сит мөхиттә үҫкән егеттең шартлатып башҡортса һөйләшеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡайҙа ғына йәшәһә лә туған телен өйрәнергә, һаҡларға теләгән кеше әмәлен таба.

Шаран ҡыҙы, беҙ Башҡортостандың северо-западный диалетында һөйләшәбеҙ. Үзбәкстанға килгәнемә 48 йыл. Һәр ваҡыт үҙ телемдә һөйләшергә тырышам.

Фина Нәбиева, Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Үзбәкстанда 130 милли-мәҙәни үҙәк эшләй. «Ап-аҡ алтын илендә» 23 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Республиканың иң ҙур ҡалаларында - Ташкент, Бохара, Сәмәрҡәнд, Ҡаршыла башҡорт үҙәктәре уңышлы эшләп килә. 2010 йылда төҙөлгән «Ағиҙел» ансамбле 4 коллективты үҙ эсенә ала - Ағиҙел, Тановар, Райхон һәм балалар ойошмаһы. «Райхон» - 6 халыҡ-ара премияға лайыҡ. Балалар ансамбле иһә күптән түгел эшләй башлаған. Үҙәктең иң йәш ағзаһына 4, иң өлкәненә - 88 йәш. Башҡорт үҙәге Үҙбәкстандың Дуҫлыҡ йортонда урынлашҡан. Республиканың Оло мәжлес фонды тарафынан финанслана. Башҡортостан Башлығының Гранттар конкурсында ҡатнаша.

Башҡортостан яғынан ярҙам булмаһа эшләүе ауыр булыр ине. Грант аҡсаһына 4 комплект боронғо милли кейем, тирмә, компьютерҙар һатып алдыҡ.

Ринат Гуляев, Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе

Үткән йылдың декабрь айында Үзбәкстанда Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге янында Башҡортостан вәкиллеге асылған. Бер йыл эсендә 23 эшлекле сәфәр ойошторолған. Фирғәнә, Джизак өлкәләре менән килешеүгә ҡул ҡуйылған. Республиканың рәсми делегацияһы Үзбәкстанға барып ҡайтҡандан һуң хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә күтәрелде.

Үзбәкстан фермерҙары Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә әҙер. Ер алып унда иген, көнбағыш үҫтерергә ниәтләй. Эре мөгөҙлө мал алырға иҫәп тоталар. Мәғариф өлкәһендә лә эш башланды. Өфө дәүләт нефть-техник университетында Фирғәнә, Наманган өлкәләренән 200 бала белем ала.

Марсель Әсфәндийәров, Үзбәкстанда Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле

Башҡорт көйө ағыла. Моң тулҡынында яңы бейеү тыуа. Бәләкәстәр халыҡ асылын бейеү хәрәкәттәре аша күрһәтергә тырыша. Тимәк, Үзбәкстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең тыуған ере менән бәйләнеше өҙөлмәгән. Тарихсы Ринат Шаһабетдинов үзбәк ерендә йәшәүсе башҡорттар тураһында ниндәй ҡыҙыҡлы материалдарға юлыҡҡан, Америка Конгресы китапханаһында ниндәй яңы видеокадрҙар тапҡан? Был хаҡта тулыраҡ 19 ноябрь 22 сәғәт 45 минутта эфирға сығасаҡ махсус репортажда ҡарағыҙ.

Гәүһәр Батталова