Мәскәүҙә Азат Абдуллинды һуңғы юлға оҙаттылар

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, публицист Азат Абдуллинды һуңғы юлға оҙаттылар. Ул уҙған шәмбе 93-сө йәше менән барғанда вафат булды. Азат Абдуллин Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған.

Әҙәбиәткә ул 1963 йылда совет шағиры Сергей Чекмаревтың эшмәкәрәлеге һәм яҙмышына арналған «Онотма, мине ҡояш!»драмаһы менән аяҡ баҫа. 70-се йылдарҙа Вахтангов театрында төп ролдә Василий Лановой тарафынан уйналған «13-сө председатель» драмаһы, авторға ил күләмендә билдәлелек алып килә. Драма йөҙҙән ашыу театр сәхнәһендә ҡуйыла. Болгария, Чехословакия, Ҡушма Штаттар һәм башҡа илдәрҙә сәхнәләштерелә. Был әҫәрҙең дауамы «Һуңғы патриарх» ты драматург 1985 йылда яҙа. Драматург социаль мәсьәләләрҙе, илебеҙ тарихындағы һынылышлы осорҙарҙы оҫта итеп һүрәтләүе менән әҙәбиәттә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Азат Абдуллин васыяты буйынса Мәскәүҙең, Востряковский зыяратында ерләнде.