Илештә янғын менән көрәш саралары арта

“Роснефть” структураһына ҡараған “Башнефть” компанияһы Башҡортостандың Илеш районы ирекле янғын һүндереү командалары өсөн янғын һүндереү автомобилдәре һатып алды. Махсус транспорттан асҡыс тапшырыу тантанаһы Үрге Йәркәй ауылында уҙҙы.

“Урал” автомобиле нигеҙендә ике янғын һүндереү автоцистернаһы 6 мең литр һыу һыйҙыра ала һәм 6 кешелек хәрби расчетҡа иҫәпләнгән. Транспорт бөтә кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. “Ул янғын һүндереү частәрендә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Хәрби расчет өсөн уңайлы урындар бар. Салонда тын алыу аппараттары өсөн махсус уйымдар булыуы уларҙы тиҙерек кейергә мөмкинлек бирә. Алты көбәктән торған янғын һүндереү техник ҡоралдары ут менән көрәш шарттарында айырыуса яҡшы”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илеш районы 122-се һанлы янғын һүндереү – ҡотҡарыу бүлексәһе етәксеһе Заһит Шәйхетдинов.

Был автомобилдәр 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән Яңы Айыу һәм Ябалаҡ ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Шулай уҡ “Башнефть” үҙенең янғын һүндереү автопаркын яңыртыу программаһы барышында махсуслаштырылған машиналарҙың бер өлөшөн үтә кәрәк булған муниципалитеттарға бушлай тапшыра. 2021 йылда тәүге 6 машина Дүртөйлө районына бирелде – Әсән, Семилетка, Һыуыҡҡул, Тәкәрлек, Сарлаҡ һәм Миәҙеҡ ауылдарында һаҡҡа баҫты. Быйыл “Башнефть-Добыча” тағы 7 янғын һүндереү машинаһын муниципалитеттарға тапшырҙы. Автомобилдәр Асҡын, Ҡалтасы һәм Туймазы райондарынан ауыл биләмәләренең янғын һүндереү частары һәм ирекле янғын һүндереү дружиналары мөмкинлектәрен киңәйтте.

Янғын һүндереүселәр билдәләүенсә, бындай ярҙам республика муниципалитеттарында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сифатында ыңғай сағылыш тапҡан.