Рәсәйҙә хәрби пенсия индексациялана

Түләүҙәр киләһе йылдың октябренән арта. Сумма 4,5 процентҡа күтәрелә. Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. 2022 йылды хәрби пенсиялар 19,5 процентҡа артты, быйыл октябрҙә тағы 10,5 процентҡа ҙурайҙы. -Ил хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндәргә  ярҙам күрһәтергә  бурыслыбыҙ, тине  парламент рәйесе  Вячеслав Володин.