Өфө икенсе халыҡ-ара Евразия эске медицина табиптары форумын ҡабул итте

«Торатау «Конгресс-холы»на донъя төбәктәренән төрлө йүнәлештәге табиптар, аспиранттар һәм өлкән курс студенттары йыйылды. Ғилми программала Татарстан, Силәбе, Ульяновск өлкәһе һәм Рәсәй субъекттары ведомстволарының штаттан тыш 20 белгесе ҡатнаша.

Эске медицина табиптарының икенсе Халыҡ-ара Евроазия форумы сиктәрендә 29 ғилми секция эшләй, пленар ултырыштар, телекүперҙәр, тематик оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Белгестәр 12 йүнәлеш буйынса дауалауҙа яңы алымдарҙы ҡарай. Ике көн дауам итәсәк конференцияға онлайн ҡушылырға мөмкин. Сараның махсус ҡунаҡтары булып сит ил эксперттары сығыш яһай.

Төркиәләге беҙҙең клиникала ике йыл элек Башҡортостандан ике студент стажировкала булды. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек ептәре өҙөлмәй. Клиникала беҙ елек мейеһен трансплантациялау менән шөғөлләнәбеҙ. әлбиттә, донорҙар табыу ҡатмарлы. Беҙ был өлкәлә ентекле тикшеренеүҙәр алып барып кеше ғүмерҙәрен оҙайтыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Рахшан Йылдырым, профессор, Төркиә