Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры изгелек акцияһына ҡушылды

Хоспис пациенттарына - гәзит-журналдар. Изгелек акцияһына ярашлы ташламалы хаҡ менән республика баҫмаларына яҙылып хоспис пациенттарына бүләк яһарға мөмкин. Акцияға Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры ҡушылды. Айрат Рәхмәтуллин балалар баҫмаһына яҙылып кескәй пациенттарға әҫәрҙәр уҡыны.

Өфөлә июндә асылған хоспис бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләп ауыр сирҙән яфаланған пациенттарҙы хеҙмәтләндерә. Йылы мөнәсәбәт, туғандарса ҡараш, мәрхәмәтлек һәм изгелек хистәре менән һуғарылған медицина объекты Башҡортостанда паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн асылған тәүге объект.