3 ноябрҙән «Банкротлыҡ тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр ғәмәлгә инде

Хәҙер аҡсалата йөкләмәнең дөйөм күләме 25 мең һумдан кәм һәм 1 миллион һумдан күберәк булмағанда судтан тыш банкротлыҡ хоҡуғы менән файҙаланырға мөмкин. Гражданды банкрот тип иғлан итеү тураһында ғаризаны ҡабаттан биреү ваҡыты ла 10 йылдан 5 йылғаса кәметелде.

Ғариза тапшырыу мөмкинлегенә эйә булыусылар исемлеге арттырылды, был хоҡуҡ менән пенсия алыусылар йә бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле айлыҡ пособие алыусылар, шулай уҡ башҡарыу ҡағыҙы буйынса башҡарылмаған талаптары булған граждандар файҙалана ала. Судтан тыш тәртиптә банкрот тип таныу ғаризаһы менән күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итергә була. Хеҙмәт бушлай күрһәтелә.

Был категория граждандарға өҫтәмә документтар тапшырырға кәрәк. Рәсәй Социаль Фондынан пенсия йә пособие алыу, суд приставтары хеҙмәтенән башҡарыу производствоһы алып барылыуы йә туҡтатылыуы тураһында белешмә алыу шарт. Гражданға хеҙмәт хаҡы, пенсия, стипендия түләгән финанс ойошманан бер йылдан ашыу, йә 7 йыл элек тапшырылған башҡарыу документы буйынса талаптарҙың тулыһынса йә өлөшләтә башҡарылмауын иҫбатларға тура киләсәк.

Гүзәл Сәйфуллина, Башҡортостан Күп функциялы үҙәгенең ведомство-ара бәйләнеш бүлеге мөдире урынбаҫары