Өфө ирекмәндәре яугирҙар өсөн гуманитар ылау әҙерләй

Өфө ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн «ҡоро» душ эшләп оҙата. Губкаға махсус гель ҡушып эшләнгән бүләк ир-егеттәргә әҙ генә һыу ҡулланып, ялан шарттарында йыуынырға мөмкинлек бирә. Изгелек акцияһына Башҡорт дәүләт педагогия һәм медицина колледжы студенттары ла ҡушылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ялан шарттарында йәшәгән яугирҙар өсөн был таҫтамал ябай туҡыма түгел, тылсымлы тип әйтергә мөмкин. Махсус гель ҡушып эшләнгән таҫтамал һәм ярты литр һыу ярҙамында йыуынырға мөмкин. Гель һеңдерелгән губка менән еүеш тәнде һөртөр өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка һалына. «Ҡоро душ» тип аталған бүләк яугирҙар араһында ҙур һорау менән файҙалана.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүселәр төркөмгә берләшкән. Башҡорт дәүләт педагогия университеты, медицина колледжы студенттары, баш ҡала ирекмәндәре «ҡоро душ» туплауҙан тыш Ватан һаҡсыларына дарыуҙар һәм гигиена әйберҙәрен дә бүләккә һала.

Изге эшкә ҡушылған гүзәл заттар шулай уҡ махсус беләҙектәр үрә. Тәү ҡарашҡа биҙәү элементы байтаҡ файҙалы функциялар үтәй. Беләҙектең осон тартып һүткәндә ул 5 метрлы, ныҡлы тросҡа әйләнә. Уның жгут итеп йәки яраланған яугирҙы табиптарға алып барып еткерергә ярҙам итә.

Сентябрҙән алып ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә 60 мең ҡоро душ оҙатҡан. Гүзәл заттар ярҙамы бының менән генә сикләнмәй, сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙарға тағы ла яңы бүләктәр ебәреләсәк.

Флорида Ким