Башҡортостан башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған проект ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәш быуынды хуплауға йүнәлтелгән. Уттан, һыуҙан ҡотҡарыусылар менән бергә, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүселәр ҙә айырым билдәләнде.
Ошонда уҡ «Ирекмән көндәлеге: бер сәйәхәт хроникаһы» тип исемләнгән документаль әҫәрҙең исем туйы ла үтте. Ярты сәғәтлек фильм республика халҡы тураһында бәйән итә. Уның аша Башҡортостандың Луганск Һәм Донецк халыҡ республикаларында башҡарған эштәрен күрергә мөмкин.