Халыҡ-ара кимәлдәге сараны Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ойошторған. Форумда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша.
Әнәс Мәхмүтовтың исеме республика халҡына яҡшы таныш. Тап Әнәс Хөсәйен улы Башҡортостанда иҡтисад мәктәбен ойоштороуға, ошо өлкә кадрҙарын әҙерләүгә күп көс һала. Ул ваҡытта Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын асыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм уҡыу йортоноң тәүге ректоры була. Форумда ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Әнәс Мәхмүтов төплө белемле, алдынғы ҡарашлы иҡтисадсы, ғалим була, уның фәнни тикшеренеүҙәре төбәктең социаль-иҡтисади программалары нигеҙенә ята. Авторҙың фәнни асыштары бөгөнгө заман өсөн дә көнүҙәк, йәш быуын әлеге көндә лә иҡтисадты Әнәс Мәхмүтовтың хеҙмәттәре буйынса үҙләштерә.