Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы тамамланды

Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡ эргәһенән алып Ергән ауылына тиклемге өлөшөн киңәйтеү киләһе йылдың яҙында башлана. Был турала Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумда белдерелде. Транспорт яңылыҡтары күргәҙмәһен үҙ эсенә алған форум бөгөн тамамланды. Һуңғы көндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Фекер алышыуҙар барышында яңы юлдар һалыу, сафтан сыҡҡандарын тергеҙеү, Өфөнөң трамвай селтәрен яҡшыртыу, яңы юлдар төҙөү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Ҡытай делегацияһы Башҡортостан стенды менән таныша. Сит ил вәкилдәрендә айырыуса «Сибай - Яңы Рудный» тимер юлы проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әлбиттә, был аңлашыла, сөнки яңы магистраль Урта һәм Төньяҡ Уралдың көнсығыш райондарын Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Ҡытай менән туранан-тура бәйләй.

Республиканың күргәҙмәгә ҡуйылған проекттары етерлек. Шул уҡ Көнсығыш сығыу юлы киләһе йылдың башында файҙаланыуға тапшырыла. Транспорт өлкәһендә иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе ҡала һәм төбәк автомобиль юлдарын бушатыр, ике федераль трассаны үҙ-ара тоташтырыр, ҡала аша йөрөү уңайлығын яҡшыртыр тип көтөлә.

Яҡын киләсәктә төбәктә тағы ла бер күләмле проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Ул Өфөнөң трамвай системаһын комплекслы яңыртыуға йүнәлтелгән. Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре Радий Хәбировтың «Мовиста төркөмө» йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде. Һуңынан яҡтар араһында концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Киләһе йылдың яҙында Өфө-Ырымбур трассаһын киңәйтеү буйынса ла күләмле эштәр башлана. Һүҙ Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклем участка тураһында бара. Республика өсөн айырыуса әһәмиәтле проекттар Радий Хәбировтың Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән менән осрашыуында тикшерелде. Фекер алышыуҙа төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тергеҙеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Федераль трассалар төҙөү мәсьәләһе «Автодор» дәүләт компанияһы етәкселеге менән осрашыуҙа ла тикшерелде. Киләһе йылда Дүртөйлөнән Свердловск өлкәһенең Әшит ҡасабаһына тиклем М-12 «Көнсығыш» тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы участкаһы файҙаланыуға тапшырыла. Трасса төбәктәр араһындағы юл ваҡытын һиҙелерлек кәметер, йөк ташыуҙы тиҙләтер, яңы туристарҙы йәлеп итер тип көтөлә.

Төбәк башлығы транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Басаргин менән дә фекер алышты. Унда «легаль булмаған» ташыусыларҙың эшмәкәрлеген яйға һалыу, автомобиль трассаларында ауырлыҡ контроле, ҡала транспорты һәм башҡа көнүҙәк проблемалар менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Дөйөм алғанда, фекер алышыуҙар барышында мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерер, хәүефһеҙлекте тәьмин итер, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерер тип көтөлә. «Транспорт форумы» ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.

Илдар Байбулатов