Башҡортостандың иң яҡшы хирургы асыҡланды

Башҡорт дәүләт медицина университетында “Алтын скальпель” премияһы тапшырыу сараһы уҙҙы. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хирургия бүлегенең баш табибы урынбаҫары Антон Сафонов республиканың иң яҡшы хирургы тип танылды. Юғары награда табипҡа 56 йәшлек пациентҡа ҙур шеште алып ташлау буйынса үҙенсәлекле операция яһағаны өсөн тапшырылды. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин был турала социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. “Антон Сафонов – минең уҡыусым. Бергә эшләгәндә белем һәм тәжрибәм менән ихлас уртаҡлаштым, тип билдәләй Максим Забелин. Башҡортостан Хирургтар ассоциацияһы премияһы 1996 йылдан тапшырыла.