Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары бүләкләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары бүләкләнде. 2023 йыл өсөн абруйлы премияға «Бер ғүмер етмәй икән» очеркы һәм «Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине» юлъяҙмалары өсөн «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, «Тәмле. Беҙ бергә!» проекты өсөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары коллективы һәм «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» мәҡәләләр циклы өсөн «Благоварские вести» гәзите редакцияһы журналистары лайыҡ булды.

Украиндарҙың бронетранспортерын алып ҡаса, дошманды телгә ала, яраланған яҡташын һәм командирҙы ут эсенән алып сыға. Яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйеновтың даны тотош илгә таралды. 24 йәшлек кенә яугирҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында шиғырҙар, йырҙар яҙылды, комикстар төшөрөлдө, хикәйәләр ижад ителде. Яҙыусы Мөнир Ҡунафинды ла Яңы Тайпан ауылы егетенең яҙмышы битараф ҡалдырмай. Ләкин башҡаларҙан айырмалы уның турала очерк яҙыу өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә бара. Яугирҙарҙың уй-кисерештәрен, тормошон, эшен үҙ күҙҙәре менән күреү, тойоу өсөн.

«Благоварские вести» гәзите лә конкурсҡа сығарыу өсөн теманы оҙаҡ уйлап тормай. Хәҙерге шарттарҙа махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙән дә мөһим эш юҡ, ти улар. Журналистар «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» мәҡәләләр циклы менән премияға дәғүә итә. Ләкин ысынында иһә эш күпкә киңерәк алып барыла. Улар һәр һалдаттың ғаиләһенә, яугирҙарҙың үҙҙәренә лә бушлай гәзиткә яҙылыу ойоштора, гуманитар конвой туплауҙа ла ҡатнаша.

Дошман илебеҙҙе эстән ҡаҡшатырға маташа. Шуға күрә милләт, дин-ара татыулыҡ бығаса булмағанса нығыныуы мөһим. Тап ауырлыҡтар килгән мәлдә Рәсәй халҡы бер йоҙроҡтай булып туплана. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тап ошо берҙәмлек тураһында, Башҡортостан халыҡтарының ҡаҡшамаҫ дуҫлығы хаҡында тапшырыуҙар шәлкеме төшөрҙө.

«Тәмле, беҙ бергә» проекты Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайы грантына төшөрөлә. Тотош коллективтың, ижади көстәр генә түгел, ә техник хеҙмәттәрҙең дә дәғүә итеп еңеп сығыуы , премия тарихында тәүге осраҡ. Һәм һуңғыһы булмаҫ, ти ойоштороусылар.

Әйткәндәй, премияны ла хеҙмәттәштәребеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәрергә ҡарар итте. Быйыл уның күләме йөҙ мең һум. Ә киләһе йылдан инде Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы 500 мең һум буласаҡ.

Айнур Кәбиров