Урындағы власть «Халыҡ мөрәжәғәттәрен эшкәртеү» номинацияһында иң яҡшы 5 муниципалитет исемлегенә ингән. Йәмғеһе «Иң яҡшы муниципаль практикалар» конкурсына Рәсәйҙең 78 төбәгенән 1300 заявка ҡабул ителгән. Уңышлы тәжрибәләрҙең береһе - ҡалала төҙөкләндерелгән «башҡорт ихаталары». БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Төҙөкләндерелгән ихатала балаларҙың шат тауыштары көн дауамында тынмай. Ремонттан һуң, бында сағыу һәм хәүефле. Ихатала кескәйҙәр өсөн генә түгел, өлкәндәргә лә уңайлыҡтар барлыҡҡа килгән. Спорт ҡоролмаларында пенсионерҙар ҙа шөғөлләнә.
Бындай шарттарҙы ихатала оҙаҡ йылдар йәшәгән халыҡ та күргәне юҡ. Уңайлы һәм заманса ихата тураһында урында йәшәүселәр күптән хыялланған. «Башҡорт ихаталары» программаһы тураһында белгәс тә, халыҡ дәррәү эшкә тотона. Ремонтҡа тейешле аҡса йыя. Халыҡ башланғысын урындағы хакимиәт тә күтәреп ала.
Хакимиәт ихатала йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, проектҡа үҙгәрештәр индерә. Әйтәйек, халыҡ биләмәләге бөтә ағастарҙы ла һаҡлап ҡалыуҙы һорай. Власть халыҡ теләген инҡар итмәй. Граждандар менән тығыҙ бәйләнештә эш итеү урындағы хакимиәткә федераль конкурста еңеү яулауға булышлыҡ итә. Мөрәжәғәттәрҙе ваҡытында эшкәртеү, халыҡ ихтыяждарына битараф булмау Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең төп бурыстарының береһе.
Рәзилә Ғиниәтуллина