Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, экологияға бәйле закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы урындағы үҙидара органдары айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре булдыра ала. Улар туристик-рекреацион урын һәм тәбиғәт резерваты тип атала. Закон проекты тирә-яҡты һаҡлау һәм туризмды үҫтереү маҡсатынан ҡабул ителә. Документ киләһе аҙнала парламенттың пленар ултырышында ҡарала.