«Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркында байрам майҙансығын Затон биҫтәһендә үҫкән ҡупшыҡай биҙәй. Урман ҡунағы бөгөн ҡырҡып алынды.
Ҡаланы йәшелләндереү хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, шыршыға 70 йәш тирәһе. Элек уның янында тормош шаулап торған. Шыршы Пожарский урамындағы балалар баҡсаһы һәм китапхана янында үҫкән. Иҫке биналар һүтелеп бында бушлыҡ тороп ҡалған.
Киләсәктә был биләмәлә күп ҡатлы йорттар һәм яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Шуға ағастарҙы киҫеп алырға ҡарар ителгән. 23 метрлыҡ оҙонлоҡтағыһы «Тулҡын» паркында, кесерәге Нижегородкалағы «Йәдкәр» мәзҙәниәт йорто әргәһенә яңы йыл байрамы майҙансығына ҡуйыла.
«Тулҡын» паркында Яңы йыл шыршыһы ғәҙәттәге урынға ҡуйылды. Байрамдың төп биҙәген килтереүҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа күҙәтте.
Бынан тыш, Ленин районында быйыл 17 майҙанда шыршы байрамы була. 10 хоккей майҙансығы ремонтланған, Спорт әҙерлеге үҙәге, 8 март ҡасабаһында һырғалаҡтар төҙөлә. Яңы йыл майҙансыҡтары яҡынса 15 декабргә әҙер булыр тип көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева