Ҙур юбилей. Туймазы газ эшкәртеү заводына 70 йыл

 "Роснефть" компанияһына ингән "Башнефть" компанияһының Туймазы газ эшкәртеү заводы  70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1953 йылдан алып  заводта  17 миллион тоннанан ашыу әҙер продукция етештерелә,  17 миллиардтан ашыу эйәрсән нефть газы эшкәртелә. Булған   сеймалдан бензин, шыйыҡландырылған газ, бутан, изобутан, пропан-бутан ҡатнашмаһы, тотороҡло газ бензины тәҡдим ителә.  Продукцияһы "Роснефть" компанияһы төркөмө предприятиеларына һәм өлөшләтә экспортҡа оҙатыла. Башҡортостан Республикаһының нефть һәм газ химияһы тармағында алдынғылар рәтендәге  Туймазы газ эшкәртеү заводы бөгөнгө көндә тәбиғәтте һаҡлау стандарттарының юғары талаптарына ярашлы эшләй. Заводта тормошҡа ашырылған төп экологик проекттарҙың береһе - таҙартыу системаһы аша һыуҙы ҡабаттан файҙаланыуға сығарыу. Тәбиғәтте һаҡлау проектын тормошҡа ашырыу технологик процестар өсөн кәрәкле бөтә һыуҙы ябыҡ цикл буйынса файҙаланыуға күсергә мөмкинлек бирә. Ҡулланғандан һуң ул таҙартыла һәм яңынан етештереүгә йүнәлтелә.