Башҡортостандың киләһе йылға бюджеты ҡаралды

Башҡортостандың киләһе йылға бюджеты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышында ҡаралды.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 23 ноябрҙә үтә. Депутаттар ҡарамағына 4 тиҫтәнән ашыу закон проекты сығарыла. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, илдең яңы биләмәләрендә эшләгән йәмәғәт ойошмаларына дәүләт субсидиялары бүлеүҙе билдәләргә мөмкин.

Социаль-иҡтисади үҫеш тураһындағы документтар пакеты республиканың төп һәм стратегик программаһы. Алдан күҙаллауҙар буйынса 2024 йылда Башҡортостан бюджетының килем өлөшө 289 миллиард һум булыр тип көтөлә, ә бына сығымдар табышҡа ҡарағанда, 10 миллиард һумдан ашыуға күберәк - 299 миллиард һум. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бюджетты тулыландырыу мөмкинлектәре бар, федераль траштар көтөлә, социаль йөкләмәләрҙе тормошҡа ашырыу менән бәйле проблемалар булмаясаҡ.