Илдар Мәүлетбирҙин Бөтә Рәсәй форумы ҡатнашыусылары менән осрашты

Уҡытыу-тәрбиә эшенә айырыуса иғтибар. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин Класс етәкселәренең өсөнсө Бөтә Рәсәй форумы ҡатнашыусылары менән осрашты.

Ил президенты ҡушыуы буйынса октябрҙә ойошторолған күләмле сарала өс мең уҡытыусы тәжрибә тупланы, улар араһында 65 педагог Башҡортостандан булды. Улар араһында һөнәри мәғариф ойошмаларының төркөм кураторҙары ла сығыш яһаны. Ведомство етәксеһе менән асыҡ диалогта остаздар форумдан тәьҫораттары, яңы идеялары менән уртаҡлашты, Башҡортостанда ла класс етәкселәре өсөн ошондай мәғариф майҙансыҡтары булдырыу тәҡдиме яңғыраны.

Тәрбиә - Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа мөһим социаль фактор. Республикала «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм үҫмерҙәр хәрәкәте булдырылған, дүшәмбе һайын мөһим темаларға класстан тыш дәрестәр уҙғарыла, гимндар яңғырай, дәүләт флагтары күтәрелә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктә тәрбиә эшен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Ил кимәлендәге форумда ҡатнашыусыларҙың тәжрибәһен барлыҡ муниципалитеттарға таратырға ҡарар ителде.