Өфөлә «Көҙгө Jam» Халыҡ-ара фестивале уҙҙы

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Көҙгө Jam» Халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры һәм саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаны. Ике көн барған фестивалдә София Ацбеха-Негга менән бразилия йырсыһы, гитарист Жоандер Сантос тамашасыларға күтәреңке кәйеф бүләк итте.