Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәләре ойошторолоуға 100 йыл

Тарихи дата айҡанлы Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанда тантаналы митинг ойошторолдо, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Һөнәри байрамын билдәләгән участковыйҙар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Участковыйҙар өсөн эш графигы ла, ял да, байрам да юҡ. Был һөнәр эйәләре тәүлек әйләнәһенә сафта. Уларҙың иңендә үҙҙәренә беркетелгән биләмә халҡының именлеге ята. Әбйәлил районы Йәнгел ауылынан Салауат Яхин үҙенең тыуған ауылында участковый булып эшләй. Халыҡ күберәк көнкүреш һорауҙары, ғаиләлә йәберһетеү осраҡтары, уғрылыҡ буйынса мөрәжәғәт итә. Һәр бер мөрәжәғәтте яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, ти ул. Салауат Юлай улы бөгөн бүләкләнеүселәр араһында.

Башҡортостандың участка уполномоченныйҙары хеҙмәте 1 мең 200 кешене берләштерә. Һуңғы йылдарҙа состав күҙгә күренеп яңырған. Системаға йәш белгестәр килеүе күҙәтелә. Күп осраҡта участковыйҙар үҙ биләмәһендәге берҙән-бер хоҡуҡ һаҡсыһы булып тора. Һәр хеҙмәткәр ҡарамағында 1 мең 400-ҙән 3 мең ярымға тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункт. Көндәлек эшмәкәрлек участковыйҙарҙан ҡануниәтте белеүҙән тыш, халыҡ менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүҙе лә талап итә. Һеҙ ваҡыты менән үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып йәмәғәт именлеген тәьмин итәһегеҙ, тине Радий Хәбиров.

Хоҡуҡ һағында тороусылар араһында ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттар ҙа күп. Айырыуса бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлексәһендә. Ҡатын-ҡыҙҙар проблемаларға икенсе күҙлектән ҡарай. Әммә һөнәри оҫталыҡ та, үҙ эшеңде яратыу ҙа мөһим, ти улар. Күгәрсендән Гөлфиә Сафина дипломы буйынса педагог, әммә ул ауыр холоҡло балалар менән эшләүҙе, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыуҙы һайлаған.

Башҡортостанда 600-гә яҡын полиция участкаһы пункты бар. Улар бөтәһе лә муниципаль берәмектәрҙә урынлашҡан. Эске эштәр министрлығы тарафынан уларҙы заман талаптарына яраҡлаштырыу, эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бара.

Илдә участковыйҙар хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл. Йәғни теүәл бер быуат элек теге йәки был муниципаль биләмәлә граждандарҙың хәүефһеҙлеге, именлеге өсөн яуап биргән хоҡуҡ һаҡсылары барлыҡҡа килә. Бөгөн беҙҙең йәмғиәтте был һөнәр эйәләренән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, улар халыҡҡа иң яҡын торған полиция вәкилдәре, үҙ яуаплылығындағы биләмәнең намыҫы, имен тормош гаранты.

Рәмзиә Кәримова