Октябрьский ҡалаһында милли проект сиктәрендә энергия үҙәге төҙөлгән

Объект яҡынса 98 процентҡа әҙер, ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 40 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡаҙанлыҡ ҡаланың бер нисә биҫтәһен йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итәсәк. Объектта БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.

Энергия үҙәгендә һуңғы көйләү эштәре. Ҡаҙанлыҡ, һыу таҙартыу һәм башҡа ҡоролмалар ҡуйылған. Объект оҙаҡламай файҙаланыуға әҙер буласаҡ. Гарантияға ярашлы, 25 йылға иҫәпләнгән. Йылытыу үҙәге йыл әйләнәһенә эшләйәсәк: йәйгеһен ҡаланы йылы һыу менән тәьмин итәсәк.

Йылытыу үҙәгендә төп яғыулыҡ - газ. Әммә ҡаҙанлыҡтар шыйыҡ яғыулыҡтарҙа, атап әйткәндә, соляркала ла эшләй ала. Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролма быға тиклем файҙаланған сит илдекенән сифаты менән ҡалышмай. «Терминатор» тип исемләнгән ҡаҙанлыҡтарҙың һәр береһе 10 мегаватт ҡеүәтле. Быға тиклем урындағы биҫтәләрҙе 2 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡаҙанлыҡ йылылыҡ менән тәьмин иткән. Ара йыраҡ булыу сәбәпле, уның сифаты ҡәнәғәтләнерлек булмаған. Бынан һуң, биҫтәләрҙәге фатирҙар йылыраҡ буласаҡ, ә квитанцияларҙағы һандар үҙгәрмәйәсәк.

Йәмғеһе Октябрьскийҙа 23 йылылыҡ үҙәге иҫәпләнә. Уларҙың иҫәбе буйынса ҡала республикала Өфөнән ҡала икенсе урында килә. Ҡала сағыштырмаса ҙур булмаһа ла, урындағы хакимиәт халыҡ өсөн тырыша. Быйылғы миҙгелдә лә бер фатирҙы ла йылыһыҙ ҡалдырмау бурысы тора.

Рәзилә Ғиниәтуллина