Бөрйән районы Брәтәк ауылында күптән көтөлгән күпер һалынды

Оло Нөгөш йылғаһының ике ярын тоташтырыусы күпер ағастан түшәлгән. Әлеге ваҡытта ла төҙөлөш эштәре дауам итә, яндауырҙар эшләнә, артабан ҡоролманы комиссия ҡабул итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь аҙағында көслө ямғыр ваҡытлыса күперҙе ағыҙғайны.