Республикала Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә

Ябай һыуыҡ тейеүгә оҡшаған. Республикала Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 139 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Коронавирустан стационар һәм амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар ике меңгә яҡынлашҡан. Өфө районы Зубов ауылындағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге табиптары һәм пациенттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Өфө районының Зубов ауылындағы ковид-госпиталь 2020 йылдың июнендә сафҡа индерелгәйне. Ошо ваҡыт эсендә 20 меңдән ашыу пациент ҡабул ителеп, дауалау курсы үткән. Пандемиянан һуң медицина учреждениеһы йоғошло ауырыуҙар үҙәге итеп үҙгәртелде. Хәҙер коронавирус менән сирлеләр өсөн тик бер бүлек кенә эшләй, ҡалғандары үпкә шеше ауырыуы өсөн тәғәйенләнгән.

Һуңғы көндәрҙә ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә. Палаталар тулы, коридорҙа ла пациенттарҙы күрергә мөмкин. Өфө районынан Мөслимә Әлбиева ла өс көн элек ауыр хәлдә йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә килеп эләккән. Интенсив дауалау саралары ярҙамында сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған.

Ковид-19 инфекцияһы менән көрәштә дауалау методикаһы раҫланған. Пациенттар төрлө район-ҡалаларҙан ҡабул ителә. Белгестәр билдәләүенсә, йоғошло ауырыу билдәләре буйынса башлыса ябай һыуыҡ тейеүҙе хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта ул ғәҙәттәгесә, хроник сирлеләр, онкология, шәкәр диабетынан яфаланыусыларҙа ауыр үтә.

Йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә балалар ҙа дауалана. Кескәй пациенттар һаны 25-кә еткән. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә уларҙың сәләмәтлеге һағында. Дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙ менән дә һөйөндөрөргә тырышалар.

Ковид-19 инфекцияһы менән тотош ғаиләләре менән сирләүселәр ҙә бар. Нефтекаманан Әлмира Зарипова улы Илнар ҡапыл ауырып дауаханаға эләккән. Тормош иптәше, өлкән улына ла ошондай уҡ диагноз ҡуйылыуын билдәләй, улар сирҙе еңел үткәрә, өйҙә ҡалған.

Өфө районы табиптары йоғошло ауырыу менән көрәштә ҙур тәжрибә туплаған. Белгестәр билдәләүенсә, Ковид-19 инфекцияһынан һаҡланыр өсөн профилактик сараларҙы үтәү бөгөн дә көнүҙәк - битлектә йөрөү, социаль дистанция һаҡлау һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәү.

Гөлназ Хәйбуллина