Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров - Шишмә районында. Ул "Патриот" паркында яңы ашхана бинаһында булды, Башҡортостанда "Аванград" уҡытыу-методика үҙәге селтәрен ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ашхана бер юлы 250 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бинала шулай уҡ лекция залы һәм кинотеатр урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә "Аванград" уҡытыу-методика үҙәге филиалдарын Баймаҡ, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында асыу планлаштырыла.