«Патриот» паркында Рус география йәмғиәтенең ултырышы үтте

Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ултырышы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған сарала төбәк туризмын үҫтереүгә булышлыҡ иткән телевизион проект авторҙары бүләкләнде. БСТ каналында сыҡҡан «Башҡорт каникулдары» тапшырыуы ла юғары баһаланды. Ултырышта республика тризмы менән бәйле киләһе йылға яңы маҡсаттар ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

БСТ телеканалында сыҡҡан «Башҡорт каникулдары» тапшырыуында республика буйлап сәйәхәт итеү өсөн иң матур урындар, тарихи объекттар, урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте күрһәтелә. Хозур тәбиғәтле республиканы зәңгәр экран аша өйрәнеү, сәйәхәтте планлаштырыуға бағышланған проект авторҙарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сағыу, бай йөкмәткеле тапшырыу циклы артабан да дауам итәсәк.

Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында Рус география йәмғиәте ултырышы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән сарала төбәктә эске туризм өсөн шарттар тыуҙырыу, яңы маршруттар асыу, интерактив карталар төҙөү һәм туристар өсөн инфраструктура булдырыу һорауҙары ҡаралды. Ишембай районында Күкҡарауыҡ шарлауығы майҙанын тәртипкә килтереү юлдары барланды.

Уңайлы туристик һуҡмаҡтар төҙөлөшө, «Торатау» геопаркы миҫалында тикшерелде. Дөйөм алғанда, быйыл төбәккә 2 млн турист йәлеп ителгән һәм киләһе йылға ла был йүнәлеште иғтибарҙа тотоу маҡсаты ҡуйылды.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе федераль акцияларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, үҙ проекттары менән дә сығыш яһай, урындағы бүлексәләр араһында грант конкурстары үткәрә. Республиканың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу яңынан-яңы форматтарҙа барлыҡҡа килә һәм был эш дауам итәсәк.

Флорида Ким