Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк һәләк булған Илвир Ғәлләмовҡа бюст асылды, самбо һәм билбау көрәше буйынса асыҡ турнир үтте. Өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмов хәрби офицер, танк взводы командиры була. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанда яугирҙың исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйғайны. Ҡалтай мәктәбендә мемориаль таҡтаташ, музейҙа стенд, класында Герой партаһы асылған. Батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Аҡ япма аҫтынан хәрби кейемдәге йәш, сая егет ҡарай. Күкрәгендә Батырлыҡ ордены балҡый, ә йөрәге урынында танк. Скульпторҙың Геройҙы тап ошолай һынландырыуы аңлашыла. Өлкән лейтенант Илвир Ғәлләмов танк взводы командиры, мәктәптән һуң Ҡазан юғары танк училищеһын тамамлаған офицер. Егеттең хәрби һөнәрҙе һайлауы ла осраҡлы түгел. Илвирҙың олатаһы Бөйөк ватан һуғышын легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында үткән яугир.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанда яугирҙың исемен мәңгеләштереү бурысын ҡуйғайны. Кушнаренколар бытыр егеттең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Илвир Ғәлләмов уҡыған Ҡалтай урта мәктәбендә быйыл мемориаль таҡтаташ асылған, төрлө саралар ойошторола. Илвир белем усағының ғорурлығы ине, ти уҡытыусылар.
Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында бөгөн самбо һәм билбау көрәше буйынса асыҡ турнир ҙа үтте. Спорт ярышында эргә-тирәләге бар райондарҙан да комсандалар ҡатнаша. Был турнир ябай ғына түгел,төп маҡсат булып йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү тора, балалар геройҙарыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш, ти ойоштороусылар.
Илвир Ғәлләмов 25 йәшендә, үткән йылдың мартында һәләк булды. Яҡташыбыҙға үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены тапшырылды. Кушнареко халҡы ла батыр улын онотмай, яугирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса даими эш алып бара. Асыҡ турнирҙы килсәктә лә ойоштороу ҡарала. Быйыл абруйлы ярышта билбау көрәше буйынса еңеүҙе Шаран командаһы яуланы. Икенсе баҫҡыста Саҡмағош, өсөнсөлә Кушнаренко районы. Ә самбо буйынса майҙан хужалары етеүсе булманы, еңеү кушнаренколарҙа. Икенсе һәм өсөнсө урында Шаран һәм Өфө командалары.
Кушнаренко районы Ҡалтай ауылында батыр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә самбо һәм билбау көрәше буйынса ярыш үткәреү осраҡлы түгел. Илвир Ғәлләмов үҙе лә спортты ярата, республика, район кимәлендәге ярыштарҙа чмпион исемен яулай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был турнир ҡаһарман яугирҙың исемен мәңгеләштергә, йәш быуынды Герой рухында тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова